Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Октябрь 2020, 01:55

Яңы сикләүҙәр индерелә

Кафе-ресторандарҙа, ашханаларҙа корпоративтар һәм башҡа күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу тыйыла. Бындай сараларҙы 2021 йылға күсерәләр. Тағы ла ниндәй сикләүҙәр бар? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кафе-ресторандарҙа, ашханаларҙа корпоративтар һәм башҡа күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу тыйыла. Бындай сараларҙы 2021 йылға күсерәләр
????Эшләп йөрөгән йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән эшләүгә күсерелә
????Медицина университетының сығарылыш курстары студенттары медицина учреждениеларына эшкә ебәрелә. Терапевтарға һәм башҡа белгестәргә ярҙам итеү өсөн
???? Һәр ойошмала үҙ медицина инспекторы тәғәйенләнә. Ул эш башланыр алдынан бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең хәлен тикшерергә, шулай уҡ кешеләрҙең күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш
????Кинотеатрҙарҙа залдарҙың тулылығы 50 проценттан 30 процентҡа тиклем кәметелә
????Башҡортостанда шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға үҙизоляция режимы индерелә. Тикшереүселәр бындай кешеләрҙең өйҙәренә йөрөй башлай.

Фотосығанаҡ: https://www.leftfront.org/elections/photos/947/947327/1542703341.jpg
Читайте нас: