Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Октябрь 2020, 16:55

Тәбиғәт янғындары ҡотора

Был фотола Мәмбәт ауылы эргәһендә сыҡҡан янғын төшөрөлгән. Күмәк көс менән уны Баймаҡ ҡалаһына етеп килгән ерҙә һүндеререргә өлгәштек. (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Көндөң ҡоро тороуы тәбиғәт янғындарына булышлыҡ итә. Быға кеше факторы ла йоғонто яһай. Уҙған аҙнала ҡала янындағы Ишкилде тауы, Икенсе Этҡол, Хәсән, Комсомол, Октябрь, Таһир, Бәхтегәрәй ауылдары эргәһендә үләнгә ут тоҡана. Шулай уҡ Мәмбәт ауылы янында сыҡҡан ҙур янғын күмәк көс менән һүндерелде. Уларҙың барыһына ла ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сыҡҡан.
12 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының М.Горький урамында, һүндермәй ташлаған тәмәке арҡаһынды, өй янып китә.
13 октябрҙә Урғаҙала мунса яна. Сәбәбе – мейескә артыҡ ҡыҙыу яғыу.
14 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының Манылов урамындағы бер хужалыҡтың ихатаһындағы ҡый яна.
15 октябрҙә Өмөтбайҙа, мейескә артыҡ ҡыҙыу яғыу сәбәпле, мунсаға ут тоҡана.
16 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының Ғафури урамындағы хужалыҡ төҙөлөштәренә “ҡыҙыл әтәс” ҡуна.
17 октябрҙә Темәстә, электр сымдарының ҡыҫҡа тоташыуы арҡаһында, һарай янып китә.
Читайте нас: