Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Октябрь 2020, 18:27

Халыҡ иҫәбен алыу бланктарын ниндәй телдә тултырырға?

Башҡортса, русса? . .

Быйыл октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтергә тейеш ине. Ләкин илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, ул киләһе йылға күсерелде.
Бланктарҙы ниндәй телдә тултырырға мөмкин? Мотлаҡ рус телендә.
Кем һорауҙарҙы аңламай, йәки уларға аныҡлыҡ индерергә теләй икән, тәржемәсе саҡырырға мөмкин. Ул һеҙгә ярҙам итәсәк һәм яуаптарҙы яҙып бирәсәк.
Шулай уҡ дәүләт хеҙмәте порталында йәки иҫәп алыусының компьютерында үҙегеҙ теләгән ун телдә тәржемә алырға мөмкин: башҡорт, татар, бүрәт, тува, сыуаш, яҡут, үзбәк, инглиз, ҡытай һәм корея. Бының өсөн компьютерҙың "Меню" режимына баҫырға кәрәк.
Бланктарға яуапты бары тик рус телендә генә яҙыу талап ителә. .
Читайте нас в