Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Сентябрь 2020, 10:47

Баймаҡта юлдар төҙөкләндереләсәк

Баймаҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгәндә халыҡ юлдарҙың насар булыуы, уларҙы төҙөкләндереү мөһимлеге хаҡында белдергәйне. Кисә иһә Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев етәкселегендәге делегация килде. Шулай итеп ҡайһы тарафтарҙа юлдар төҙөкләндереләсәк? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгәндә халыҡ юлдарҙың насар булыуы, уларҙы төҙөкләндереү мөһимлеге хаҡында белдергәйне. Кисә иһә Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев етәкселегендәге делегация килде. 2021 йылда Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юлының 127 километрындағы күперҙе ремонтлау (Темәс ауылы эргәһендәге), Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер төҙөү планлаштырыла. Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ юлының 168-155 километрындағы (Һаҡмар ауылы эргәһендәге), Сибай-Кусей-Хәлил юлының 1-Төркмән-Күсей участкаларын ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ делегация Баймаҡ-Аҡморон-Йомаш-Ярат юлдарының торошон ҡараны һәм был һорауҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк «Төҙөлөш сәғәте» форматындағы кәңәшмәгә индерергә тигән ҡарар сығарҙы.

Читайте нас: