Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Сентябрь 2020, 11:00

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса - беренсе!

Ә аттар һаны буйынса, Яҡутиянан ҡала, икенсе урынды биләй.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса - беренсе, ә аттар һаны буйынса, Яҡутиянан ҡала, икенсе урынды биләй. Йыл һайын республикала 8.9 мең тонна йылҡы ите етештерелә. Был һандарҙы БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов Баймаҡта үткән “Ауыл сәғәте”ндә белдерҙе. Йылҡысылыҡ, ат спорты ассоциацияһы рәйесе Рәсим Зарипов был тармаҡта эшләүселәрҙең проблемалары хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, сауҙа нөктәләрендәге кәштәләрҙә урын алған һыйыр һөтөнән етештерелгән төрлө эсемлектәр сифаты яғынан ысын ҡымыҙға торошло түгел.
Республика Башлығы Радий Хәбиров БР Сауҙа дәүләт комитетына һөт эсемлектәренә бәйле хәл-ваҡиғаларға анализ яһарға һәм ҡымыҙҙың һатыу маркаһын яҡлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: