Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Сентябрь 2020, 16:55

Күсей - Хәлил юлына асфальт һалынасаҡ

БР Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре дауам итә.

Күсей - Хәлил юлы төҙөләсәк
Башҡортрстан Башлығы Радий Хәбиров Күсей ауылы халҡы менән осрашты. Ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарын республика Башлығына туранан тура бирә алды. Тәү сиратта юл мәсьәләһе күтәрелде. Төбәк Башлығы алдағы йылдың яҙ айҙарында уҡ асфальт япмаһы менән юл төҙөлөшө эштәрен башлау өсөн бөгөндән проект әҙерләү өсөн күрһәтмә бирәсәген белдерҙе. "Бында юлды ремонтлап
ҡына мәсьәләне хәл итеп булмай. Яңы юл кәрәк. Юл юҡ икән - тормош та юҡ",
- тип белдерҙе ул.
Шулай итеп район халҡының тағы ла бер проблемаһы хәл ителәсәк.
Читайте нас: