-14 °С
Болотло
Йәш белгестәргә ай һайын 12 мең һум дәүләт ярҙамы аласаҡ. Түләү 2 сентябрҙән индерелде. Дәүләт ярҙамына юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған кисәге студенттар өмөт итә ала. Тағы ла бер шарт – уларҙың һөнәре социаль һәм иҡтисади әһәмиәтлеләр исемлегендә булырға тейеш. Тәжрибә булыу-булмау мөһим түгел.
Тағы ла шуныһы – йәш белгестәр икенсе ҡалаға эшкә күсһә һәм торлаҡ менән тәьмин ителмәһә - түләү күләме 22 мең һум тәшкил итәсәк.
Йәш белгестәрҙе яҡлауға тағы ла бер сара ҡарала - тәүге эш йылында окладтарын 10-25 процентҡа арттырыу, эшкә һынау срогын үтмәйенсә урынлаштырыу.
Фото: Kodos.ru