Баймаҡ районы буйынса мәшғүллек үҙәге 1 сентябрҙән эшһеҙлек буйынса пособиеның күләме үҙгәреүе хаҡында хәбәр итә. Башҡортостан Республикаһында, район коэффициенты менән бергә иҫәпләп, уның минималь күләме айына 1725 һум буласаҡ. 2020 йылдың майынан авгусына ҡәҙәр ул 5175 һум тәшкил итә ине.
Шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларға 3000 һум күләмендәге пособие түләүе лә туҡтатыла. Ул 2020 йылдың июнь-август айҙарында түләнә. 1 марттан эштән киткәндәргә апрель-майҙа өҫтәп бирелә.
2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ ҡалғандарға һәм ҡуйылған тәртип буйынса эшһеҙ, тип табылғандарға пособие 1991 йылдың 18 апрелендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы 1032-1-се һанлы Законға ярашлы (30-сы, 31-се, 33-сө, 34-се, 34.1-се, 34.2-се статьялар) билдәләнә. Был осраҡта мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге һуңғы 12 айҙа булған хеҙмәт мөнәсәбәте, һуңғы эш урынынан аҙаҡҡы 3 айлыҡ уртаса эш хаҡы һәм башҡа шарттар иҫәпкә алына.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, 2020 йылдың апрель-август айҙарында иң ҙур пособие күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 13949,50 һум менән билдәләнде. Ләкин был осраҡ хеҙмәт дисциплинаһын йәки РФ ҡануниәттәрендә ҡаралған башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар менән эштән сығарылғандарға ҡағылмай.
2020 йылдың 1 мартынан һуң үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡан һәм ҡуйылған тәртип буйынса эшһеҙ, тип табылған шәхси эшҡыуарҙарға ла 2020 йылдың 1 октябренән пособие күләме кәметелә. Улар өсөн айлыҡ түләү 1725 һум тәшкил итәсәк. Быға ҡәҙәр ул 13949,50 һум ине. Элекке эшҡыуарҙарға эшһеҙлек буйынса иң ҙур пособие 3 ай эсендә генә түләнде.
Бер үк ваҡытта 2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙ, тип табылған граждандарға пособие алыу ваҡыты үтеү менән тағы ла 3 айға тиклем (2020 йылдың 1 октябренә тиклем) оҙонайтыла. Ләкин уның суммаһы түләү тураһындағы ҡарар ҡабул иткән көнгә ҡарата билдәләнгән минималь һәм максималь күләмдән кәм йәки артыҡ булырға тейеш түгел.
Эшһеҙлек буйынса пособие тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте РФ Хөкүмәте тарафынан 2020 ылдың 27 мартында ҡабул ителгән 346-сы ҡарарында танышырға мөмкин.
Гөлнара Сирусина,
Баймаҡ районы буйынса мәшғүллек үҙәге директоры.