Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Август 2020, 18:47

Тағы ла юлдарҙа иҫерек водителдәр

Эскән көйө руль артына ултырған 3 кешенең 2-һе быға ҡәҙәр водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 174 хәл-ваҡиға булған, шуның 23-ө криминаль характерға эйә. Урлыҡ, үлтереү менән янау, йәмәғәт урындарында иҫерек килеш тәртип боҙоу осраҡтары бар.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 221 осраҡ теркәлгән. 10 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 19 водитель тотолған. Эскән көйө руль артына ултырған 3 кешенең 2-һе быға ҡәҙәр водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.

Читайте нас: