Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Август 2020, 05:00

Һеҙ - Башҡортостан ғорурлығы

Һәр йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә илдә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Сираттағы ошо матур һөнәри байрам алдынан Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төҙөлөш комплексы уңғандарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Һәр йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә илдә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Сираттағы ошо матур һөнәри байрам алдынан Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың төҙөлөш комплексы уңғандарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шулай итеп, бөгөн төҙөлөш тармағында эшләгән 22 кешегә ордендар, почет грамоталары тапшырылды һәм маҡтаулы исемдәр бирелде.
Бөгөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәт әйтер һәм хеҙмәтегеҙҙе дәүләт наградалары менән баһалар өсөн йыйылдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ һәр саҡ үҙенең төҙөлөш комплексы менән дан тотҡан. Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының 30-ы – төҙөүсе. Элек барлыҡҡа килгән хеҙмәт йолаларын хәҙер ҙә лайыҡлы дауам итәһегеҙ. Йыл һайын республикала миллионлап квадрат метр торлаҡ төҙөлә, тиҫтәләгән эре социаль объект сафҡа инә. Былтыр 50 социаль объект төҙөлдө. Был – етди һан. Быйыл тағы 40 объектты сафҡа индерәсәкбеҙ. Киләһе йылдарҙа ла һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм энергияғыҙ менән төҙөргә, төҙөргә һәм төҙөргә теләйбеҙ.
Һөнәри байрамдары алдынан мәртәбәле бүләккә лайыҡ булғандар араһында ошо тармаҡ ветерандары ла бар ине. Миңлерәйес Мәрүән улы Усманов – тап шундайҙарҙан. Ул был тармаҡта 60 йылдан ашыу эшләй. Киң масштаблы төҙөлөштәр тап ошо легенда-кеше һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип билдәләнде тантанала. Ул оҙаҡ йылдар республикабыҙ Хөкүмәтендә лә һөҙөмтәле эшләне.
Вәкил Вәғиз улы Дәүләтшин да ярты быуат тиерлек архитектура өлкәһендә эшләй. Ул автор булған “Ләлә-Тюльпан” мәсете менән дә хәҙер күптәр һоҡлана. Бынан тыш, уның йөҙләгән идея-эштәре республикабыҙ ҡалаларында мөһим объекттар булып тормошҡа ашырылған. Геннадий Сергеевич Жерновков та ғүмерен ошо төҙөлөш тармағына арнаған. Ул әллә күпме етештереү, торлаҡ, спорт һәм башҡа объекттарҙы төҙөгән. Александр Евгеньевич Панин иһә ҡасандыр беҙҙә Башҡорт АЭС-ын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Бынан тыш, илдә һәм республикабыҙҙа уның ҡатнашлығында “ПОЛИЭФ”, «Башкирэнерго» подстанциялары кеүек әллә күпме объект сафҡа ингән.
– Һеҙ, ысынлап та, Башҡортостан ғорурлығы, үҙенең хеҙмәте, ҡулдары, фекерҙәре, ижади ҡарашы менән республиканың киләсәген барлыҡҡа килтергән кешеләр. Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлемен, – тине республика Башлығы.
Әйткәндәй, бөгөн республиканың төҙөлөш комплексына 12 меңдән ашыу подряд ойошмаһы, төҙөлөш идустрияһы предприятиелары, проект һәм ғилми-эҙләү ойошмалары ҡарай. Уларҙа 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Былтыр Башҡортостанда 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл алты айҙа 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Ошо күрһәткес буйынса республика илдәге биш алдынғы төбәк иҫәбенә инә. Был, әлбиттә, төҙөүселәребеҙҙең фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Фото: glavarb.ru.
https://vk.com/wall-104965500_49415