Һаҡмар
0 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
3 Августа 2020, 16:35
Эштәр планға ярашлы бара
Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының быйыл нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Ул 2020 йылда төҙөләсәк объекттар тураһында ла әйтте.
Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының быйыл нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Ул 2020 йылда төҙөләсәк объекттар тураһында ла әйтте.
Шулай Өфө районының Булгаков ауылында 825 урынлыҡ мәктәп һаласаҡтар, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә Шолохов урамынан алып Сельская Богородская урамына тиклемге участкала Мушников урамын төҙөү дауам ителәсәк, ә Нефтекамала Комсомол проспектын артабан төҙөүҙе проектлайҙар.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының дөйөм бюджеты 2024 йылға тиклем 1,458 миллиард һум тәшкил итә. Был аҡсаның иң ҙур өлөшө автомобиль юлдары, социаль объекттар төҙөүгә һәм авария хәлендәге торлаҡ фондын күсереүгә йүнәлтелә. Авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгәндәр өсөн яңы торлаҡты 2021 йылда ғәмәлгә индерәсәктәр, әле төҙөлгән йорттарҙа алырға планлаштыралар.
Башҡортостан Башлығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы “Төҙөлөш сәғәте"ндә анығыраҡ тикшерергә тәҡдим итте.
– Беҙҙең 2024 йылға тиклем 3,7 миллион квадрат метр торлаҡ индереү тураһындағы тәүге пландарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы Указына ярашлы төҙәтергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Мине бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөү һәм алданған өлөшсөләр проблемалары бик ныҡ борсой.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Esht-r-plan-a-yarashli-bara-393884/
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"