Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Август 2020, 14:20

«Алға» картаһы менән республикала һәр 6-сы кеше ҡуллана

«Алға» берҙәм транспорт картаһы тәү тапҡыр 2019 йылдың 1 июлендә пилот проект булараҡ старт алғайны.

«Алға» берҙәм транспорт картаһы тәү тапҡыр 2019 йылдың 1 июлендә пилот проект булараҡ старт алғайны.
Проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып системаға 65 перевозчик ҡушылды һәм 5701 терминал менән ҡуллана башланы. Әле 300 меңдән ашыу «Алға» картаһы һатылған һәм 97 миллиондан ашыу карта менән түләүҙәр атҡарылған.
Карта менән транспррт өсөн түләү пассажирҙар өсөн бик уңайлы булып сыҡты. Шуға ла, статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың һәр алтынсы пассажиры «Алға» картаһы менән ҡуллана. Шулай уҡ ҡайһы бер төркөмдәр өсөн маҡсатлы карталар ҙа сығарылды. Мәҫәлән,
мәктәп уҡыусыһы картаһы, мәктәп хеҙмәткәре картаһы, корпоратив карталар, льготалар менән ҡулланған айырым категориялар өсөн Социаль карта. Бер көн эсендә ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдары 361 мең түләүҙе ҡабул итә. Ҡулаҡсаһыҙ түләүҙәр һаны 75% тәшкил итә.
Шуныһы, «Алға» картаһы менән түләү күпкә отошлораҡ. «Башавтотранс» ГУП-ы, МУЭТ, ҡала эликтричкаларында берҙәм транспорт картаһы менән түләү осһоҙораҡ килеп сыға. Бер тапҡыр ултырып йөрөү 5 һумға отошлораҡ.
Өфөлә шулай уҡ бер сәғәтлек тариф эшләп килә. Йәғни пассажир әгәр бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа
күсеп ултырһа, ул алдағы билетын ғына күрһәтә ала. Ошо рәүешле бушлай йөрөгәндәр һаны 1 миллиондан артып киткән.
«Алға» картаһын республикала 2163 урында һатып алып була. Шул иҫәпкә федераль һәм республика сауҙа үҙәктәре лә инә. Башҡортостан Республикаһында технологик оператор һатыу нөктәләре менән тәшкил иткән. Уңайлыҡ өсөн карта менән автобустарҙа ла һатыу итеү ойошторолған. Шулай уҡ Рәсәй Почтаһында ла һатып алып, картаны тулыландырып була.
Пилот проектының партнерҙары булып «Сбербанк», «УралСиб», «Промтрансбанк», ВТБ, «Почта банк», «Раффайзенбанк», «Россельхозбанк», «Альфа-банк» банктары ла һанала. «Алға» картаһы менән ҡулланыусыларҙың 97 %-ы банктарҙың «интернет сервистарында» тултыра.
Читайте нас: