Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Июль 2020, 10:00

Төбәк башлыҡтарының эше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ милли проекттары буйынса ла баһаланасаҡ

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Мәскәү буйынса эшҡыуарҙар эштәре буйынса уполномоченный Татьяна Минеева төбәк властары эшен “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектына тейешле пунктты индереп баһаларға тәҡдим итте. Был турала ул ТАСС менән әңгәмәһе барышында һөйләне.
Минееваның һүҙҙәренә ҡарағанда, кесе һәм урта бизнесты төбәк инфраструктура проекттарына өҫтәргә кәрәк. Урындарҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеш кимәлен баһалау һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәренә нигеҙләнергә тейеш.
“Улар губернаторҙарҙың эшмәкәрлеген баһалауға ла индерелергә тейеш – муниципаль идара органдарынан башлап Федерация субъекттарының башҡарма власть органдарына тиклем кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ секторын үҫтереүҙең берҙәм мотивацион вертикален төҙөү мөһим. Уларҙы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса милли проекттың һөҙөмтәлелеген баһалауҙың яңы системаһына ла индерергә кәрәк”, - ти омбудсмен.
Эшҡыуарҙарға ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инициативаһы менән тормошҡа ашырылыусы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә күрһәтелә.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Владимир Гердо / ТАСС