Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Июль 2020, 23:25

Навигация билдәләре буласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристар навигацияһы билдәләрен һәм күрһәткестәрен ҡуйыу буйынса эш алып бара.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристар навигацияһы билдәләрен һәм күрһәткестәрен ҡуйыу буйынса эш алып бара.
Был билдәләр, күрһәткестәр туристарҙы Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт һәм археология ҡомартҡыларына, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтәсәк. Улар федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙа ҡуйыла. Шулай итеп, быйыл 30 авгусҡа тиклем төбәктә йәмғеһе 1500 билдә ҡуйылыу планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта был эш Өфөлә һәм Бөрөлә әүҙем алып барыла. Ошондай уҡ күрһәткестәр республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә барлыҡҡа киләсәк. Навигацияның был системаһы кешеләргә турист объекттарына барыуҙы еңеләйтәсәк, Башҡортостан буйынса үҙ аллы маршрут һалырға, яңы урындарға барырға булышлыҡ итәсәк.
Туристик навигация билдәләре Р57581-2017 дәүләт стандарттары буйынса әҙерләнә һәм туризм өлкәһендге мәғлүмәт билдәләре дөйөм талаптарына яуап бирә. Билдәләрҙе, күрһәткестәрҙе эшләгәндә аҡ-һоро төҫтәр һәм айырым шрифт файҙаланылған. Туристик йәһәттән үҫешкән илдәрҙә тап ошондай билдәләр файҙаланыла.
Федераль һәм төбәк тәғәйенләнешле юлдарҙа ҡуйылған билдәләрҙең исеме рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған. Күрһәткестәрҙә шулай уҡ кәрәкле урынға тиклем арауыҡ билдәләнгән. Был иһә беҙгә донъяның төрлө мөйөшөнән килгәндәргә мәғлүмәтте тиҙ аңларға ярҙам итәсәк. Башҡорт телендәге мәғлүмәтте иһә объекттарҙың үҙендә ҡуйыу тәҡдим ителә.
Башҡортостанда туристик навигацияны тормошҡа ашырыу беҙҙе донъя туристар берҙәмлегенә яҡынайтыр ине. Туристик навигация билдәләре Өфөләге “Ремстройдормаш” заводында әҙерләнә. Туристик навигацияны бойомға ашырыу маҡсатында йәйәүлеләр өсөн дөйөм оҙонлоғо 300 километр булған һуҡмаҡтар маркировкалана. Бының өсөн республикала “Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы” проекты тормошҡа ашырыла.
– Туристик навигация билдәләре, әлбиттә, тәү сиратта кешеләргә кәрәкле объектҡа йүнәлеш табырға ярҙам итәсәк. Был тауҙар, күлдәр, мәмерйәләр, тәбиғәт парктары, санаторийҙар һәм отелдәр, геологик разрездар, шулай уҡ музейҙар булырға мөмкин. Билдәләр тап уларға илтә. Был бик уңайлы: кешеләр күпме километр ҡалғанлығын, ҡайҙа һәм нисек барып етергә кәрәклеген беләсәк, – тип белдерә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
Фото: республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-104965500_48347