Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Июль 2020, 22:15

Айырым эшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә ала

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләттән сираттағы финанс ярҙамы – коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса дезинфекциялауҙы үткәреү өсөн субсидиялар аласаҡ. Уларҙы биреү ҡағиҙәләре Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл 2 июлдәге Ҡарары менән раҫланған.

Айырым эшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә ала
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләттән сираттағы финанс ярҙамы – коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса дезинфекциялауҙы үткәреү өсөн субсидиялар аласаҡ. Уларҙы биреү ҡағиҙәләре Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл 2 июлдәге Ҡарары менән раҫланған.
Ярҙам үҙенең клиенттары менән даими һәм туранан-тура эш иткән, финанс, шул иҫәптән дезинфекциялауға һәм санитар-иҫкәртеү сараларына сығымдар сарыф иткән айырым ойошмаларға биреләсәк. Аныҡлап әйткәндә, һүҙ өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған, физик культура һәм һаулыҡ нығытыу өлкәһендәге, ҡунаҡхана эшҡыуарлығындағы, дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү ойошмалары хаҡында бара.
Субсидияны алыу өсөн түбәндәге шарттар ҡаралған. 2020 йылдың 10 июненә тиклем был объекттар Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берҙәм реестрында теркәлгән булырға тейеш. Был ярҙамға социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иҫәп тота ала. Бынан тыш, иғлан биргән ойошмаға бөтөрөлөү йәки көрсөк процедураһын үтеү процесында булмау зарур. Өҫтәүенә быйыл 1 июнгә тиклем һалым һәм страховка иғәнәләре берлектә өс мең һумдан артырға тейеш түгел. Тау саңғыһы трассаһы, пляж һәм ҡунаҡхана милекселәренең 2020 йылдың 10 июненә тиклем туризм индустрияһының классификация объекттары исемлегенә индерелеүе лә талап ителә.
Коронавирус инфекцияһын дезинфекциялау һәм иҫкәртеү өсөн субсидия күләме түбәндәге суммаларҙан тора: беренсел субсидия – 15 мең һум; ағымдағы субсидия: был осраҡта 6500 һум 2020 йылдың майынан алып хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә ҡабатлана. Хеҙмәткәрҙәре булмаған шәхси эшҡыуар өсөн субсидия 15 мең һум тәшкил итә.
Был субсидияны алыу өсөн быйыл 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем ойошма урынлашҡан йәки шәхси эшҡыуарҙың йәшәү урыны буйынса һалым органына ғариза ебәрергә кәрәк. Ғаризаның электрон вариантын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең шәхси кабинеттары ярҙамында бирергә мөмкин. Унда аҡса күсергә тейешле иҫәпте күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәтте аныҡлау өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнештәр үҙәгенә (8-800-222-22-22) йәки Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәте идаралығы хеҙмәтенә (347)226-38-00) шылтыратырға мөмкин.
Фото: msp68.ru
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-104965500_48343
Читайте нас: