Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Июль 2020, 13:30

Ҡариҙелдә туризм буйынса беренсе республика форумы үтте

Был төбәктә тулы изоляция режимы йомшартылғандан һуң тәүге күсмә сара. Алдағы йылдарҙа эске туризм ниндәй йүнәлештә үҫеш аласаҡ?

Ҡариҙел районында туризм буйынса беренсе республика форумы үтте
Был төбәктә тулы изоляция режимы йомшартылғандан һуң тәүге күсмә сара. Алдағы йылдарҙа эске туризм ниндәй йүнәлештә үҫеш аласаҡ?
Ҡариҙел районын «Икенсе Швейцария» тип осраҡлы ғына әйтмәйҙәр. Ҡуйы урман, ылыҫлы ағастар, ҡаялы тауҙар һәм саф һауа. Өфө йылғаһы ярында тиҫтәнән ашыу ял базаһы урынлашҡан. Коронавирус пандемияһына бәйле, сит илдәргә юл ябыҡ, шуға уларҙың барыһы ла халыҡ менән тулы. Был аҙнала республиканың туристик ойошмалары вәкилдәре лә төрлө эскурсияларҙа ҡатнашып, райондың үҫеш потенциалын ҡараны.
Сервисҡа килгәндә, бында ял һыуҙа ла ойошторола. Теплоход, катерҙа елеп, Йәлдәк ҡәлғәһе тарихы менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ 12 апостол ҡаяһы ла күптәрҙе хайран ҡалдыра. Былтыр Ҡариҙел районында ял итеүселәр һаны 165 мең кеше тәшкил итһә, быйыл был күрһәткес йәнә артыр тип көтөлә. Алдан күҙаллауҙар буйынса ярты миллионға етәсәк.
Ҡариҙел районында туризм буйынса беренсе тапҡыр республика форумы үтте. Сараның пленар өлөшөндә Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Быйылғы йыл тармаҡ өсөн үтә лә уңышлы. Сөнки республикаға сит төбәктәрҙән туристарҙың күпләп ағылыуы күренә. Ял базалары, ҡунаҡханаларҙа йәй аҙағына тиклем урындар ҡалмаған.
Форумда Мәскәү белгестәре лә ҡатнашты. Ведомство менән Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы ойошмалары дөйөм милли союзы араһында килешеү төҙөлдө. Документ Башҡортостанға туристар ағымын арттырыуға, норматив хоҡуҡи акттарҙы камиллаштырыу, квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән. Ҡариҙел районында ҡунаҡхана һәм юл буйы сервисын үҫтереүгә лә айырым иғтибар бүленә. Инфраструктураны үҫешә икән, тимәк, ҡаҙнаға ла аҡса буласаҡ
Республика башлығы ҡушыуы буйынса район-ҡалаларҙа туристик навигация билдәләре ҡуйыла башланы. Халыҡҡа республиканы асыу, яңы маршруттар һалыу мөмкинлеге тыуҙы. Әйткәндәй, киләһе йыл төбәктең туризм буйынса дәүләт комитеты туристик берләшмәләргә ярҙам итеү буйынса дәүләт сараларын да күрергә ниәтләй.
Сығанаҡ: Bash. News.
Читайте нас: