Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Июнь 2020, 23:10

Тауыш биреү әүҙем бара

Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү бара. Мәғлүм булыуынса, сара 25 июндә старт алды. Баймаҡтар ҙа был мөһим сарала әүҙем ҡатнаша.

Рәсәйҙә ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү бара. Мәғлүм булыуынса, сара 25 июндә старт алды. Коронавирус инфекцияһына бәйле эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, тауыш биреү бер көндә генә түгел, ә ете көн дауамында ойошторола. Һәм ул 1 июлдә тамамлана. Тауыш биреүселәр участка һайлау комиссияһына килеп йәки өйҙә лә гражданлыҡ бурысын үтәй ала.
Баймаҡтар ҙа был мөһим сарала әүҙем ҡатнаша. Бөгөн район-ҡалала йәмғеһе 80 участка һайлау комиссияһы эшләй. Пандемия шарттарында тауыш биреүҙә иң мөһим талаптарҙың береһе - санитар нормаларҙың үтәлеүе. Әйтергә кәрәк, участкаларҙа барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар ҙа үтәлә, һәр тауыш биреүсегә бирсәткә, битлек һәм бер тапҡыр файҙаланыла торған ручка бирелә.
Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә хәтлем асыҡ. Баймаҡ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов белдереүенсә, өс көнлөк һөҙөмтәләр буйынса Мәмбәт, Крепостной Йылайыр, Йәрмөхәмәт, 1-се Этҡол, Түбәнге Иҙрис, Билал, Күгиҙел, Иҫәнбәт, Калинин, Кәрешкә, Абдрахман, Ишмөхәмәт, Янғаҙы ауылдары айырыуса әүҙемлек күрһәткән.
Белеүегеҙсә, тағы ла дүрт көн дауамында тауыш бирергә мөмкин. Шуға күрә кемдәр әле тауыш биреп өлгөрмәгән, ошо көндәрҙә гражданлыҡ бурысын үтәр, тип ышанабыҙ.
Л.Күсәбаева.
Читайте нас: