Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Июнь 2020, 14:16

Әсәләргә миҙал бирелде

Ошоға тиклем “Әсәлек даны” миҙалын баш ҡалабыҙ Өфөгә барып алалар ине. Пандемияға бәйле район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев был юлы награданы үҙе тапшырҙы. Өс әсә лә бишәр балаға ғүмер бүләк иткән. Улар – Аҡтау ауылынан Сания Байымова, Ишбирҙенән Гөлназ Хәсәнова, Мерәҫтән Рәсимә Һиҙиәтуллина миҙал менән бергә гөлләмәләр алып һөйөндө.

“Әсәлек даны” миҙалы биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә 1998 йылдан бирелә. Быға тиклем райондан 384 ханым бындай миҙалға лайыҡ булып өлгөрҙө лә инде. Әйткәндәй, яҡын киләсәктә йәнә 20 әсәгә миҙал биреләсәк.

Ошоға тиклем “Әсәлек даны” миҙалын баш ҡалабыҙ Өфөгә барып алалар ине. Пандемияға бәйле район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев был юлы награданы үҙе тапшырҙы. Өс әсә лә бишәр балаға ғүмер бүләк иткән. Улар – Аҡтау ауылынан Сания Байымова, Ишбирҙенән Гөлназ Хәсәнова, Мерәҫтән Рәсимә Һиҙиәтуллина миҙал менән бергә гөлләмәләр алып һөйөндө.

Сания Байымова биш бала тәрбиәләй. Уларҙың өлкәне Мөхәммәт Интернет-Дәрес Мәскәү мәктәбе уҡыусыһы, Омар, Йәсин һәм Йәннәт Аҡморон мәктәбе уҡыусылары һәм кинйә улдары Ибраһим әле бәләкәй.

Гөлназ Хәсәнова Ишбирҙе Бөрйәнйылғала мәктәбенең мәктәпкәсә йәштәге төркөм тәрбиәсеһе булып эшләй. “Күп балалы булыуыбыҙға үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Тормошома рәхмәт. Иптәшем йомшаҡ күңелле, ышаныслы кеше”, -- тип шатлығы менән уртаҡлашты.

Балаларынан Динислам менән Зөлфиә тормошта үҙ юлын табып өлгөргән. Улы Өфөлә – стоматолог, ә ҡыҙҙары Белоретта физиотерапевт булып эшләй. Юлиә менән Мәликә Ишбирҙе мәктәбе уҡыусылары, Даниярҙары әле бәләкәс.

Мерәҫ ауылынан Рәсимә Һиҙиәтуллинаның оло улы Винер әрме хеҙмәтенән ҡайтып, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләнә. Данир улы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты. Ҡыҙҙары Рәлиә менән Зилиә ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары, Рауил – мәктәпкәсә йәштә.

-- Беҙҙең тормошта мөһим роль уйнаған һәр ғаиләлә йәнә лә күп балалар тәрбиәләнһә, был икеләтә бәхет, -- тип Фәнис Әминев әсәләргә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм рух күтәренкелеге теләне.

Беҙ ҙә барлыҡ әсәләргә балаларының һөйөнөсөн күреүен теләйбеҙ.

Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: