Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Май 2020, 11:20

Дезинфекцияға айырым иғтибар бирелә

Башҡортостанда йәмәғәт урындарын, йорт алды ихаталарын, подъездарҙы, кварталдар араһын, тротуарҙарҙы санитар эшкәртеү дауам итә.

Башҡортостанда йәмәғәт урындарын, йорт алды ихаталарын, подъездарҙы, кварталдар араһын, тротуарҙарҙы санитар эшкәртеү дауам итә. Өфөләге "Башфармация" ДУП-ы келәттәренән көн дә ранецтар, шәхси һаҡланыу сараларын таратыу ойошторолған. Улар май һәм июнь айҙарында ла даими таратыласаҡ. Йәмәғәт урындарын санитар эшкәртеү өсөн сығымдар Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленә. Ул коронавирус инфекцияһын таралыуға юл ҡуймау маҡсатында торлаҡ йорттарҙы хеҙмәтләндереү йүнәлешендә эшләгән идарасы йорт компанияларына һәм ойошмаларына ярҙам күрһәтеү маҡсатында бүленә.
Башҡортостан Республикаһында барлығы 49 мең подъезд аҙнаһына ике тапҡыр дезинфекцияланырға тейеш. Айырыуса иҙән, подъезға ингән ишек, тәҙрә һәм ишек тотҡалары, почта йәшниктәре, тәҙрә төптәре, домофон панеле, лифт кнопкалары, ҡый ташлау клапандары эшкәртелә. Тулы исемлек "Күп ҡатлы йорттарҙы, бәләкәй архитектура формаларын, эскәмйәләрҙе һәм башҡа элементтарҙы дезинфекциялауҙы ойоштороу буйынса регламент" күрһәтмәһендә бирелгән. Ул БР-ҙың Торлаҡ-комуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан төҙөлгән һәм бөтә муниципаль берәмектәргә ебәрелгән.
Читайте нас: