Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Май 2020, 01:20

Тағы ла оҙайлы ял көндәре көтөлә

Алда - Ураҙа байрамы һәм Республика көнө.

Майҙа һәм июндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә оҙайлы ялдар көтә, тип хәбәр итәләр республика Хеҙмәт министрлығынан.
2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы. Һөҙөмтәлә республикала ял көнө иғлан ителә.
«Быйыл дини байрам йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә, — тип асыҡлыҡ индерәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Ә инде 12 июнь – Рәсәй көнө – шулай уҡ байрам көнө булып тора».
Биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 2020 йылдың 23, 24, 25 майында һәм 12, 13, 14 июнендә ял көндәре тип иҫәпләнә. Был көндәр отпуск иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас: