Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Май 2020, 13:08

Беренсе урман янғыны - Баймаҡта

Ут өс сәғәт эсендә һүндерелгән. #национальныепроекты

#национальныепроекты
#ВладимирПутин#нацпроекты
Быйыл республикала беренсе урман янғыны Баймаҡ районында теркәлгән. 1 май көнө 1,5 гектар майҙанда яеғын йәш үҫентеләрҙе юҡ итте, тип хәбәр итә БР-ҙың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Янғынды, көслө ел булыуға ҡарамаҫтан, өс сәғәт эсендә һүндереүгә өлгәшелгән.
Күҙаллауҙар буйынса, янғын тәбиғәт ҡосағында ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сыҡҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 апрелдән 10 майға тиклем республикала айырым янғын хәүефе режимы индерелгән.
"Үҙаллы режим индерелеүгә ҡарамаҫтан халыҡ тәбиғәткә сығасаҡ. Шунлыҡтан урман янғындарына әҙер булырға тейешбеҙ. Урман хужалыҡтарын артабан да янғын һүндереүсе техника менән тәьмин итәсәкбеҙ. Бында "Экология" милли проекты ла беҙгә ярҙам итәсәк", - тип белдерә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: