Һаҡмар
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Апрель 2020, 13:10

Магазиндарҙа ташламалы хаҡтарҙың бөтөүе ихтимал

Рәсәйҙең ауыл хужалығы предприятиелары һәм аҙыҡ-түлек, эсемлек етештергән бер нисә ассоциацияһы ил властарынан өҫтәмә ярҙам саралары тураһында һораны, тип премьер-министр Михаил Мишустин исеменә хатҡа һылтанма менән хәбәр итте РИА Новости.

Был мөрәжәғәттең ысын булыуын «Союзмолоко», Алкоголһеҙ эсемлектәр һәм минераль һыуҙар етештереүселәр союзы, Ҡошсоларҙың милли союзы, «Союзроссахар» раҫланы.
Магазиндарҙа аҙыҡ-түлеккә ташлама яһауҙы тыйыу шундай ярҙам сараларының береһе булырға мөмкин.
«Союзмолоко» ойошмаһының генераль директоры Артем Белов әйтеүенсә, промоакциялар һатып алыусыларҙы күпләп йәлеп итә, ләкин етештереүселәрҙең килемлелеген кәметә. Хәҙер сығымдың артыуын иҫәпкә алғанда, промоакцияларҙы йыш үткәрмәҫкә кәрәк.
Бынан тыш, ассоциациялар аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү менән бәйле проблемалар өсөн штрафтарҙан баш тартыуҙы, һөт продукцияһына һәм һауытҡа тултырылған һыуға һанлы маркировка буйынса талаптарҙы ваҡытлыса алып ташлауҙы, шулай уҡ льготалы кредитлау күләмен арттырыуҙы һорай.
http://www.bashinform.ru/news/1441944-v-produktovykh-magazinakh-mogut-ischeznut-skidki/
Читайте нас в