Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Апрель 2020, 20:00

Бөгөн - Донорҙар көнө

40 тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр плазма тапшырған кешегә “почетлы донор” исеме бирелә. #ВремяГероев#ОставайсяДонором

20 апрель - Рәсәйҙә донорҙар көнө. 40 тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр плазма тапшырған кешегә “почетлы донор” исеме бирелә.
Рәсәйҙә #ОставайсяДонором тип исемләнгән өс көнлөк марафон башлана. Был сарала, 20 апрелдән 22-һенә тиклем, теләүселәр ҡан биреү станцияларына (беҙҙең республикала - Өфөлә) барып, ҡан тапшыра ала. Илдәге еңел булмаған эпидемологик осорҙа ҡан тапшырыу һәр ваҡыттағыса бик мөһим булып ҡала. Шуға ла ҡан тапшырыу станциялары донорҙарҙың килеүен ойоштороуҙа ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, улар ебәргән махсус саҡырыу, станцияға барып, ҡайтыу өсөн пропуск булып торасаҡ. Ҡан тапшырыу станциялары һау-сәламәт, карантинда булмаған, инфекция йоҡтороусылар менән аралашмаған, ярҙам итергә теләгән һәр кемде көтөп ҡала.
Читайте нас в