Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Апрель 2020, 20:15

Паспортыңдың срогы сыҡтымы?

1 февралдән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған йәки тамамланасаҡ паспорт һәм машина йөрөтөү таныҡлыҡтары билдәле бер ваҡытҡа тиклем яраҡлы, тип һанала.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 1 февралдән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған йәки тамамланасаҡ паспорт һәм машина йөрөтөү таныҡлыҡтары билдәле бер ваҡытҡа тиклем яраҡлы,
тип таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был сара коронавирус инфекцияһының артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнелә. Мәғлүм булыуынса, бөгөн үҙаллы изоляция ваҡытында урамға сығып йөрөү сикләнде. Ҡайһы бер учреждение, ойошмалар ҙа айырым графикка ярашлы эшләй. Хәүеф тыуҙырмау маҡсатында
әлегә өйҙә ҡалыуығыҙ һорала.
Читайте нас: