Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Апрель 2020, 17:49

Урғаҙала күп функциялы үҙәк асылды

Бөгөн республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт алыу юлдары ябайлаштырыла.

Бөгөн республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт алыу юлдары ябайлаштырыла. Бында
күп функциялы үҙәк ярҙамға килә. Баймаҡ ҡалаһында һәм Темәс ауылында эшләгән үҙәктәргә халыҡ күпләп мөрәжәғәт итеүен иҫәпкә алып, ошо көндәрҙә Урғаҙа ауылында ла уның филиалы асылды. Әйтергә кәрәк, был бик мөһим сара булып тора. Сөнки Урғаҙа Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан бик алыҫта урынлашҡан. Филиалдың эшмәкәрлеге халыҡты күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарасаҡ. Әлегә ҡабул итеү алдан яҙылыу буйынса ойошторола.
Башҡортостанда күп функциялы үҙәк офистары 30 апрелгә тиклем алдан яҙылыу буйынса эшләй. 246-55-33 телефоны буйынса белешмә алырға була.
Читайте нас: