Өфөлә иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү һәм ярҙам күрһәтеү буйынса атикризис штабының Хәл-ваҡиға үҙәге асылды.
Бөгөн яңы коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе артҡан осорҙа, Өфөлә иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү һәм ярҙам күрһәтеү буйынса атикризис штабының Хәл-ваҡиға үҙәге эшенә старт бирелде. Ул "Торатау" конгресс-холында урынлашты.
Был үҙәк республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция министрлығы, БР-ҙың Тышҡы иҡтисади бәйләнеш буйынса Дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың Конгресс-бюроһы тарафынан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ойошторолдо.
Хәл-ваҡиға үҙәгенең төп маҡсаты - республика предприятиеларына яңы коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн индерелгән сикләүҙәр эсендә ярҙам күрһәтеү. Үҙәк был тәңгәлдә күтәрелгән һорауҙарҙы эшкәртә һәм консультация бирә, финанс-иҡтисади йәһәттән күрһәткестәре насар булып һаналған предприятиеларға билдәле бер йүнәлештә ярҙам күрһәтеү сараһын булдыра, шулай уҡ иҡтисадтың тотороҡлоғон күтәреү буйынса сараларға эксперт-аналитик ярҙам күрһәтә һәм мониторинг алып бара.
Хәл-ваҡиға үҙәгенең эш принцибы схемала күрһәтелгән.
- Был үҙәк Рәсәй төбәктәрендә беренсе
булып ойошторолдо, - тине БР-ҙың Премьер-министры урынбаҫары - БР-ҙың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. - Беҙ үҙебеҙгә һәр эшҡыуарға ярҙам күрһәтергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Эшҡыуарҙарҙың проблемаларын, борсоған мәсьәләләрен өйрәнергә һәм тиҙ арала аныҡ ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ.
Ул шулай уҡ бының өсөн республиканың етерлек ресурстары бар, Хәл-ваҡиға үҙәгенең бөтә төр йүнәлеш буйынса ла белгестәр менән тәьмин ителгән эшсе төркөмдәре, башҡарма властың федераль органдарында (билдәләнгән сиктәрҙә, әлбиттә) килеп тыуған хәл-ваҡиғала ярҙам күрһәтерлек эксперттары һәм институттары бар, тине.
Хәл-ваҡиға үҙәге составында өс йүнәлеш буйынса өс эшсе төркөм булдырылған: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, система барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар һәм инвестиция, иҡтисад, сауҙа һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе аныҡ секторҙар.
Төркөмдәр менән тейешле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселек итә. Килгән мөрәжәғәтте эшкәртеүгә һәм тейешле ҡарар ҡабул итеүгә 36 сәғәт бирелә.
Эшҡыуарҙар үҙәккә мөрәжәғәттәрен түбәндәге юл менән ебәрә ала:
1. Инвестпортале РБ - махсус портал-платформаһына;
2. 8 800 250 21 24 телефон һандары аша "Ҡыҙыу бәйләнеш"кә;
3. Инцидент-Менеджемент системаһына;
4. Яҙма рәүештә. Үҙәк эш көндәрендә: 09.00 - 18.00 сәғәттә, шәмбе - 10.00-17.00 сәғәттәрҙә ҡабул итә.
БР-ҙың тышҡы иҡтисади бәйләнеш буйынса Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.