Һаҡмар
-2 °С
Ясно
Антитеррор
Рәсми бүлек
3 Апреля 2020, 05:00
РФ Президентының халыҡҡа мөрәжәғәте
Ил буйынса өйҙә ултырыу ваҡыты оҙайтылһа ла, Президент был йәһәттән төбәк башлыҡтарының вәкәләттәрен киңәйтте һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе.#ВладимирПутин
Добавить в предпочтительные источники Google
РФ Президенты Владимир Путин коронавирус инфекцияһы башланыу менән ил халҡына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итте. Был хәлгә анализ яһағандан һуң, илдә үҙаллы изоляция режимы 30 апрелгә тиклем оҙайтылды. Иң мөһиме - эш хаҡы шулай уҡ һаҡланасаҡ. Владимир Путиндың белдереүенсә, әле донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә эпидемияның юғары хәүефе үтмәгән:
"Эшләмәгән аҙна һәм үҙаллы изоляция режимы күп төбәктәрҙә алдан саралар күреү өсөн ваҡытты әҙерәк “еңергә” мөмкинлек бирҙе. Тик был ара эсендә генә пандемияны еңеп булмай. Мәскәүҙә әлегә коронавирустың таралыуын туҡтата алманыҡ", - тине ул.
Мөрәжәғәтендә Владимир Путин врачтарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, ауыл-ҡалалар тормошон тәьмин итеүселәргә рәхмәтен белдерҙе.
Ил буйынса өйҙә ултырыу ваҡыты оҙайтылһа ла, Президент был йәһәттән төбәк башлыҡтарының вәкәләттәрен киңәйтте һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе.
"Беҙҙең ил ҙур. Әле коронавирус инфекцияһы менән зарарланмаған төбәктәр бар, ә ҡайҙалыр ул ныҡлы таралып өлгөрҙө. Шуға күрә төбәктәр хәлде үҙҙәрендәге торошҡа ҡарап көйләй ала.
Хәлдең нисек дауам итеүенә ҡарап, өҫтәмә ҡарарҙарҙың ҡабул ителеүе лә ихтимал", - тине ул.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"