Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Март 2020, 11:00

Миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк булһа

Дәүләт хеҙмәтен алыуҙа сират булдырмау маҡсатында Рәсәй эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлектең миграция бүлексәһе һеҙҙең иғтибарға граждандарҙы ҡабул итеү графигын тәҡдим итә:

Дәүләт хеҙмәтен алыуҙа сират булдырмау маҡсатында Рәсәй эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлектең миграция бүлексәһе һеҙҙең иғтибарға граждандарҙы ҡабул итеү графигын тәҡдим итә:

- дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна, йома көндәре иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем. Төшкө тәнәфес - 1-се яртынан 2-гә тиклем;

- шаршамбы граждандар ҡабул ителмәй;

- шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре.

Коронавирус инфекцияһын профилактикалау маҡсатында дәүләт хеҙмәте алыу өсөн ғаризаларҙы электрон форматта яҙып берҙәм дәүләт (муниципаль) порталына ебәреүегеҙҙе йәки алдан яҙылып, түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 25-се йорт. Телефон: 8 (34751) 3-27-24.

Р.Насыров,

Рәсәй эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы.

Читайте нас: