Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Март 2020, 19:30

Ташҡын иртәрәк буласаҡ

Быйыл Башҡортостанда йылғалар ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдан боҙҙан әрселәсәк.#национальныепроекты

Быйыл Башҡортостанда йылғалар ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдан боҙҙан әрселәсәк.

Ҡыш яуым- төшөм ике тапҡырға күберәк яуһа ла, көндәрҙең йылы тороуы сәбәпле, ҡапыл ҡар иреп, көслө ташҡын булыуы ла ихтимал. 250 ауыл һәм ҡала биләмәһен һыу баҫыуы мөмкин. Яҙғы ташҡын күләме норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем көтөлә. Ағиҙел һәм Ҡариҙелдә һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа юғарыраҡ булыр тип күҙаллана.

Әле юлсылар боҙ тығындары булмаһын өсөн күперҙәр аҫтындағы һыу үткәреүсе торбаларҙы боҙҙан таҙарта, ҡотҡарыусылар яҙғы ташҡынға әҙерләнә. Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн мобиль пункттар ҙа әҙерләнгән.

Башинформ.

Читайте нас: