Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
13 Марта 2020, 06:15
Балаларҙың хәүефһеҙлеген яҡлап
Шәп закон ҡабул ителде!#национальныепроекты
РФ Хөкүмәте йәмәғәт транспорт сараларының водителдәренә һәм контролерҙарына билетһыҙ ултырған балаларҙы төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйыу тураһындағы законды ҡабул итте. Рәсәй Транспорт министры Евгений Дитрих ошо хаҡта хәбәр итә.
Быға ҡәҙәр ҡалалағы ер өҫтө, электр һәм автобустарҙан билетһыҙ булған бәлиғ булмаған балаларҙы ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә лә транспорттан төшөрөп ҡалдырған осраҡтар бар. Ҡабул ителгән яңы закон балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Үҙҙәренә таныш булмаған ерҙә, өҫтәүенә ҡышҡы һыуыҡта урамда яңғыҙ тороп ҡалған бала менән ни генә булмауы ихтимал. Уйлауы ла ҡурҡыныс.
Евгений Дитрихтың белдереүенсә, контролерҙарға билетһыҙ пассажирҙарҙан ниндәйҙер документтарын талап итеүгә хоҡуғын биреү-бирмәүҙе төбәктәр үҙҙәре хәл итә. Сөнки граждандарҙан документтарҙы талап итеү бары тик хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғына бирелгән. Билетһыҙҙарҙы ниндәйҙер яуаплылыҡҡа тарттырыу талап ителәсәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"