0 °С
Болотло
Ауыл ерендә йорт алырға теләүселәр өсөн ипотека ставкаһын субсидиялауҙы башлайбыҙ, тип белдерә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Ауылда 3 процент ставкаһы менән ипотекаға өй алыу уңайлығы тыуасаҡ. Уны 25 йыл эсендә яйлап түләргә мөмкинлек буласаҡ. Бындай уңайлыҡты һәр кем файҙалана ала, ауылда йәшәүселәр ҙә, ҡаланыҡылар ҙа. Бөгөн “Россельхозбанк” тап ошо программа менән эшләй башлаған. Киләсәктә уға башҡа банкылар ҙа ҡушыласаҡ. Тағы ла бер бик тә мөһим төҙәтеү – фермерҙар йәки ауыл хужалығы предприятиеларында эшләргә теләүселәр өсөн ипотека ставкаһы 0,1 процент тәшкил итәсәк, тип һөйөндөрҙө беҙҙе республика Башлығы.