Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Февраль 2020, 10:50

Закон ҡабул ителде: башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡланасаҡ

Был закон балаларҙы “бушлай” һәм “түләүле” категорияларға бүлеүҙе туҡтатасаҡ.#ВладимирПутин

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә аталған күрһәтмәләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башланды. Кисә Дәүләт Думаһы депутаттары башланғыс класс уҡыусыларын мәктәптәрҙә бер тапҡыр бушлай эҫе аш менән туҡландырыу тураһындағы ҡануниәт ҡабул ителде. Мәғариф учреждениелары был осраҡта ата-әсәләрҙең тәҡдимдәренән сығып эш итергә бурыслы. Сөнки ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә балаларҙың аллергияһы булыуы ихтимал.

Был закон балаларҙы “бушлай” һәм “түләүле” категорияларға бүлеүҙе туҡтатасаҡ.

Шулай итеп Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса, бөтә мәктәптәрҙә лә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыу процедураһы 2020 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем этаптарға бүленеп тормошҡа ашырылырға тейеш.

Читайте нас: