-28 °С
Болотло
“Башавтотранс” автобустары үҙ маршруттарына хаҡтарҙы күтәрә. 1 марттан Баймаҡ ҡалаһы һәм районына ла яңы тариф билдәләнгән. Ул 25 һум тәшкил итәсәк.
“Инфляция кимәлен иҫәпләп һәм республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, ҡала-яны автобустарына ултырып йөрөгән өсөн ҡулаҡса йәки банк картаһы аша иҫәпләшкәндә 25 һум хаҡ түләргә кәрәк буласаҡ”, - тип хәбәр итәләр “Башавтотранс”та. Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттарҙа “Алға” картаһы менән иҫәпләшкәндә хаҡтар үҙгәрмәй, шул көйө ҡала.
Яңы тариф ағымдағы йылдың 1 мартынан ғәмәлгә инәсәк һәм ул республиканың бөтә ҡала, ауылдарына ҡағыла.