Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Февраль 2020, 10:45

Башҡортостанда йәшәүселәргә 0,1% менән ауыл ипотекаһын нисек алырға?

Һеҙҙең өсөн популяр һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.Нимә тураһында һүҙ бара? #национальныепроекты

Башҡортостанда йәшәүселәргә 0,1% менән ауыл ипотекаһын нисек алырға? Һеҙҙең өсөн популяр һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.

Нимә тураһында һүҙ бара?

Быйыл ғинуарҙан Рәсәйҙә «Ауыл ипотекаһы» программаһы ғәмәлгә индерелде. Уның буйынса түбән процент менән - йылына 3% тиклем ауыл ерендә йорт һалыуға аҡса йәки ипотекаға өй йә иһә фатир алырға мөмкин. Бының өсөн аҙ тәьмин ителгән, күп балалы булырға кәрәкмәй.

Башҡортостан хөкүмәте республикабыҙҙа ставка түбән - йылына ни бары 0,1% булһын өсөн банктарҙы өҫтәмә субсидиялай.

Ауыл ипотекаһын кемдәр алырға мөмкин?

Ауыл ипотекаһын алыу өсөн йәш, ғаилә хәле, килем буйынса һәм башҡа махсус талаптар юҡ. Ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға ниәтләгән һәр кем льготалы кредиттан файҙалана ала.

Ә банктың талаптары булырға мөмкин. Банктар, ғәҙәттә, йәшкә, эш урынына, кредит тарихына һәм рәсми килемгә ҡарай.

Кредитты хуплау - банктың бурысы түгел, ә хоҡуғы.

Кредитты нимәгә тотонорға мөмкин?

ауыл ерендә әҙер йорт йәки фатир һатып алыу;

өй һалыу өсөн участка һатып алыу;

бына алда башланған төҙөлөштө тамамлау (подряд килешеү буйынса);

Әгәр һеҙ йорт һалыу өсөн кредит алаһығыҙ икән, участкағыҙ булырға тейеш. Төҙөлөштө ике йылда тамамларға кәрәк, ә подрядсы менән рәсми килешеү төҙөйҙәр.

Нимә ауыл ере тип һанала?

Формаль рәүештә: 30 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункт һәм ул ҡала округына инмәй. Был ауыл, эшселәр ҡасабаһы йәки ҡала тибындағы ҡасаба булыуы ихтимал.

Шул уҡ ваҡытта уның ҡаланан алыҫ булыуы мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, Дорогин һәм Булгаков - Өфө районының бер өлөшө һәм унда торлаҡ программаға эләгә, ә бына Князев Өфөнөң бер өлөшө һәм унда программа буйынса льготалы кредит алырға ярамай.

Ҡатнашыу шарттары ниндәй?

торлаҡ ауыл ерендә булырға тейеш;

кредиттың максималь суммаһы - өс миллион һум;

кредиттың максималь срогы – 25 йыл;

тәүге взнос – 10% алып (әйткәндәй, әсәлек капиталын файҙаланырға мөмкин);

һатып алыу һатып алыу-һатыу килешеүе йәки өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса ғына;

торлаҡтың майҙаны социаль норманан кәм булмаҫҡа тейеш. Яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн был 33 квадрат метр, ә ике кешенән торған ғаилә өсөн — 42 квадрат метр, ғаиләлә өс һәм унан күберәк кеше икән — һәр береһенә 18 квадрат метр;

программала бер тапҡыр ғына ҡатнашырға мөмкин;

программа башҡалары менән тура килә. Мәҫәлән, өсөн бала тыуһа, дәүләт 450 мең һумды ҡаплай.

Ҡайҙа барып рәсмиләштерергә?

Программала 16 банк ҡатнаша. Исемлектә «Россельхозбанк» бар, ҡалғандары 15 мартҡа тиклем билдәле була.

https://vk.com/bashkortostanim

Сығанаҡ: Башинформ



Читайте нас: