Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Февраль 2020, 23:55

Йыл эмблемаһы билдәләнде!

Йыл эмблемаһын һайлау буйынса уҙған тауыш биреүҙә 3348 кеше ҡатнашты һәм ун ижади эш араһынан күпселек тап ошо вариантҡа өҫтөнлөк бирҙе. #национальныепроекты

Хөкүмәт йортонда Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Унда төп мәсьәләләрҙең береһе - Зауыҡлы биләмәләр йылын уҙғарыу буйынса алып барылған әҙерлек эштәре һәм йылдың эмблемаһын раҫланды. Шулай уҡ “Тыуған урам” республика программаһына ярашлы алып барылған эштәр ҡаралды.
Йыл эмблемаһы тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнде. Унда 3348 кеше ҡатнашты һәм ун ижади эш араһынан күпселек тап ошо вариантҡа өҫтөнлөк бирҙе.
Зауыҡлы биләмәләр йылына әҙерлек этабы тамамланды, барлыҡ муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары саралар планы төҙөнө.
Алда республика, Рәсәй кимәлендәге береһенән-береһе мөһимерәк саралар көтөлә. Ҡала һәм райондарҙы бергәләп төҙөкләндерәйек.
#национальныепроекты