"01" хәбәр итә:
3 февралдә Темәс ауылында өйгә урынлаштырылған электр ҡаҙанлыҡ янып китә.
5 февралдә, мейестәге утты ҡарауһыҙ ҡалдырыу сәбәпле, Икенсе Төркмән ауылындағы мәсет янып китә.
6 февралдә Баймаҡ ҡалаһының Түңгәүер урамындағы бер хужалыҡтың ихатаһындағы ҡый-һайға ут тоҡана.
"02" хәбәр итә:
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 99 хәл-ваҡиға булған, шуның 5-е криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау осраҡтары бар. Бер кешегә бысаҡ менән сәнскәндәр.
ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 171 осраҡ теркәлгән. 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 8 водитель тотолған.
"03" хәбәр итә:
Уҙған аҙнала “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 360 кеше мөрәжәғәт иткән. 21 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 1 юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 2 кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.