+11 °С
Болотло
15 ғинуарҙан республика буйынса муниципаль ҡарамаҡта булған балалар баҡсаларына түләүҙәр артты. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер көнгә ҡарата иң юғары хаҡ Өфө ҡалаһына – 145 һум, Өфө районына - 135 һум һәм Стәрлетамаҡ 131 һум билдәләнгән. Уларҙан ҡала Дәүләкән (128 һум), Яңауыл райондары (122 һум) килә. Иң бәләкәй хаҡ Әбйәлилдә һәм Асҡын районында – 65 һәм 66 һум.
Баймаҡ районының муниципаль ҡарамағындағы балалар баҡсаһына көндәлек түләү 81 һум тәшкил итә.