Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында төрлө хеҙмәт белгестәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәр өйҙөң янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен тикшерергә, тигән бурыс ҡуйҙы.
- Ҡышҡы каникул тыныс үтте, ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғалар булманы, бөтә хеҙмәттәр ҙә үҙ урынында яуаплылыҡ күрһәтте, - тине Фәнис Әминев комиссия ағзаларына бурыстар ҡуйып. - Ә шулай ҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен контролдә тотоу мотлаҡ.
Ултырышты артабан дауам итеп, комиссия ағзаларының һәр береһе үҙ вәкәләттәре буйынса мәғлүмәттәр бирҙе. Бөгөнгә төрлө категорияға ҡараған 7053 өйгә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған. Исемлектә тағы ла 1053 кеше бар. Ләкин ул аҙна һайын үҙгәреп тора. 55 йәштән алып яңғыҙ йәшәгәндәр, күп балалы һәм хәүефле булып һаналған ғаиләләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай ҡуйыла. Бындай категорияға ҡараусыларға йәшәгән урын буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Торлаҡ” операцияһы буйынса күҙәтеүсе орган тикшереүселәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәләшен өйрәнеү өсөн һәр өйгә үтеп инәсәк.
Кеше ғүмере менән кеше йәшәмәй, кеше һаулығы беҙҙеке булмай. Үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ беҙҙең өҫтә. Шулай икән ситтән килеп кемдеңдер өйрәтеүен көтөргә кәрәкмәй. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма һәр өйҙә, хатта һәр бүлмәлә булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Уның хаҡы ҡыйбат та түгел – яҡынса 300 һум. Фәҡәт тауыш биреүсе янғын ҡоролмаһы арҡаһында тиҫтәнән ашыу кеше ғүмере ҡотҡарып ҡалынғанын яҡшы беләбеҙ. Һуң булмаҫ элек, уларҙы өйҙәребеҙгә алып ҡуяйыҡ. Бәләнең эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда уны булдырмау сараһын күреү күпкә отошлораҡ икәнен онотмайыҡ.