Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Ғинуар 2020, 18:32

“Ҡаргиҙәр” операцияһы

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Бойороғо һәм БР Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы приказы менән 13 ғинуарҙан 14 февралгә ҡәҙәр ҡала һәм район биләмәһендә “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителде. Был юлһыҙ ерҙә йөрөүсе мотосараларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға ҡайтып ҡала.

Баймаҡ районының Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында 30 берәмек юлһыҙ юлда йөрөүсе мотосара – ҡаргиҙәр һәм квадроцикл иҫәптә тора. Әлегә шуларҙың 90 проценты техник тикшереү үткән. Йыл башынан республика буйынса ошо мотосараларҙы файҙаланған 2 юл-транспорт ваҡиғаһы һәм 1 бәхетһеҙ осраҡ теркәлде.

Мотосараларҙы файҙаланғанда уларҙың хужаларының А1 категориялы тракторсы-машинист танытмаһы, теркәү тураһындағы һәм техник тикшереү үтеү тураһындағы таныҡлыҡтары булырға тейеш. Операция барышында хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланһа, инспекция инспекторҙары тарафынан административ протоколдар төҙөләсәк.

Б.Байрамғолов,

инспекция начальнигы.

Читайте нас: