Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ғинуар 2020, 10:20

Өфөгә "Хеҙмәт һәм дан ҡаһарманлығы" исеме бирелде

Был туралағы ҡарарҙы Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы ҡабул иткән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Был туралағы ҡарарҙы Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы ҡабул иткән. Почетлы исем баш ҡалабыҙҙың Ватан алдындағы ҡаҙаныштары, фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы, хеҙмәт батырлығы өсөн бирелә. Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзының Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға юлланған хатында почетлы исемдең Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан тапшырылыуы билдәләнгән.

Эрик Әхтәмов, Өфө Йәмәғәт палатаһы сәркәтибе: “Өфөгә почетлы исем биреү – лайыҡлы һәм ғәҙел баһа, сөнки һуғыш йылдарында бында башҡа ҡалаларҙан бик күп кеше эвакуацияланған. Уларҙы ҡабул итеү өсөн тиҫтәләгән ведомство, китапхана, театр биналары йәлеп ителә. Бөйөк Еңеүҙең 75-сы яҙын ҡаршы алғанда рәсми документтарҙа Өфө герой-ҡалалар исемелегендә икәне күрһәтеләсәк”.

https://bash.news/news/114805_fg_xemt_m_dan_aarmanlyy_alay_iseme_birelde?lang=bash

Читайте нас: