+2 °С
Ҡар
Баймаҡ районы хакимиәте ағымдағы йылдың 22 ғинуарынан урамда һәм йәмәғәт урындарында ҡарауһыҙ һәм берәҙәк эттәрҙе аулай башланыуы тураһында иҫкәртә. Башҡортостан Республикаһының 1997 йылдың 22 апрелендә донъя күргән “Йорт хайуандары тураһында”ғы Законын 5-се статьяһының 4-се һәм 5-се бүлектәренә ярашлы (2015 йылдың 2 ноябрендәге яңы редакцияла), эт хужалары уларҙы шәхси биләмәһендә генә иректә йөрөтөргә йәки бәйҙә тоторға тейеш. Урамда, башҡа йәмғиәт урындарында ҡарауһыҙ йөрөгән эттәр йыйып алынасаҡ.