Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ғинуар 2020, 16:50

Яңы Хөкүмәттә Башҡортостан кешеһе лә бар

Владимир Якушев - Башҡортостандан. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#нацпроекты;

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән һуң ил Хөкүмәте тулы составты отставкаға киткәйне. Кисә яңы министрҙар кабинеты тулыланды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең яңы составында Башҡортостанда тыуған министр ҙа бар. Ул - Владимир Якушев Төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләнде. Владимир Якушев 1968 йылда Нефтекама ҡалаһында тыуған. Бала сағында ғаиләһе менән Себергә күсеп китә. Владимир Якушев әлегә тиклем дә, 2018 йылдан Дмитрий Медведев етәкләгән хөкүмәттә ошо уҡ вазифаны биләгән. Күптән түгел ил хөкүмәте отставкаға киткәйне. Премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә яңы составы раҫланды.

Читайте нас: