Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ғинуар 2020, 17:10

LТ-технологияһы буйынса белем алығыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә һанлы технология буйынса бушлай уҡытыу буйынса пилот проектының уңышлы эшләүе тураһында хәбәр итә. Проектта Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Яҡутия, Ростов һәм Тула өлкәләре ҡатнаша. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә һанлы технология буйынса бушлай уҡытыу буйынса пилот проектының уңышлы эшләүе тураһында хәбәр итә. Проектта Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Яҡутия, Ростов һәм Тула өлкәләре ҡатнаша.

Рәсәй буйынса өҫтәмә белем алыуға 5 мең сертификат бирелгән. Башҡортостанда тәүге мең кеше был тәңгәлдә белемен камиллаштыра башлаған. Уларҙың яртыһы – беҙҙеке. Тимәк, республикла “һанлы” өлкәһендә көслө компетенция формалашҡан.

Айырыуса “Яһалма интеллект”, “Һанлы иҡтисадының ҙур мәғлүмәттәре” йүнәлештәре ҙур һорау менән файҙалана. Уҡыу дистанцион рәүештә 33 белем биреү учреждениеһында башҡарыла.

Белем биреү программаһы 50 мең һум тора. Быға ҡәҙәр LТ-технология белгестәре үҙҙәре түләп уҡый ине. Хәҙер иһә проект ярҙамында сығымдар федераль бюджеттан бүленә

Читайте нас: