-10 °С
Болотло
2019 йылға Башҡортостан республикаһы буйынса миграция буйынса статистика мәғлүмәттәре мәғлүм булды. Уға ярашлы, былтыр беҙҙән 4216 кеше күсеп киткән.
Иң күп миграция хәрәкәте Стәрлетамаҡ ҡалаһында күҙәтелә: 1823 кешегә кәмегән. Туймазы районы – 1120 (шул иҫәптән Туймазы ҡалаһынан – 584), Мәләүез районы – 534 (Мәләүездән – 352), Әбйәлилдән – 485, Баймаҡ районы 466 (Баймаҡтан – 61) кешегә кәмегән.
Шул уҡ ваҡытта Өфө районына - 3113 кеше, Өфөгә – 2191, Нефтекама – 1326, Стәрлетамаҡ районына – 463, Ишембайға 323 кеше күсеп килгән.