Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Ғинуар 2020, 10:55

Яңы Премьер-министр тәғәйенләнде

Михаил Мишустиндың кандидатураһын яҡлап 383 депутат тауыш бирҙе, 41 кеше тауыш бирмәне. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты;

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Премьер-министр билдәләү тураһындағы указына ҡул ҡуйҙы. Ул - Михаил Мишустин етәкләйәсәк. Быға тиклем В.Путин Дәүләт Думаһына уның кандидатураһын тәҡдим иткәйне. “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партиялары депутаттары тәүгеләрҙән булып уны хуплап сыҡты. КПРФ тауыш бирмәүҙе хуп күрҙе.

Михаил Мишустиндың кандидатураһын яҡлап 383 депутат тауыш бирҙе, 41 кеше тауыш бирмәне.

Дмитрий Медведев етәкселегендәге Рәсәй Хөкүмәте отставкаға китте. Дмитрий Анатольевич Именлек Советына эшкә күсәсәк.

Читайте нас в