Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Ғинуар 2020, 10:40

Башҡорт теле йылы башланды!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп үткәреү тәҡдимен республика Башлығы Радий Хәбиров та хупланы. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп үткәреү тәҡдимен республика Башлығы Радий Хәбиров та хупланы.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнашлығында үткән матбуғат кәңәшмәһендә лә һүҙ ошо турала барҙы. Башҡорт теле йылы буйынса саралар Башҡортостанда ғына түгел, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә үткәреләсәк.

Һәр ай айырым бер йүнәлешкә арналасаҡ һәм тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр уҙасаҡ. Төп ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре, төбәктәрҙәге ҡоролтайҙар, йәмәғәт ойошмалары, ижади берләшмәләр.

Башҡорт теле йылы киң йәмәғәтселектә телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип көтөлә. Әлбиттә, башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсаты ла ҡуйылған. Үҙенсәлекле милли сараларҙа, бәйгеләрҙә район, ҡала ҡоролтайҙары ҡатнашасаҡ, еңеүселәр ҙә билдәләнәсәк.

Башҡорт теле йылына йомғаҡ 14 декабрҙә яһаласаҡ.


(Мәғлүмәт "Йәншишмә" гәзите төркөмөнән алынды).

Читайте нас: