Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң, шундай күтәренке кәйеф менән ҡайтырға сыҡтым, тип яҙа үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. “Әсәлек капиталы 150 мең һумға артасаҡ. Беренсе сабый өсөн дә ул биреләсәк. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ла пособия түләнәсәк. Беҙ был турала хыялланмай ҙа инек! 3 йәшкә тиклемге пособия туҡтатылғас, ата-әсәләрҙең балалары өсөн сығымдары арта ғына бара ине. Тағы шуныһы мөһим – башланғыс класс уҡыусыларының барыһы өсөн дә мәктәптә бушлай туҡланыуҙы хәл итергә әҙ генә ҡыйыулығым етмәне. Бәхеткә ҡаршы, Президент шундай ҡарар ҡабул итте. Бөгөн беҙҙә мәктәптәрҙә күҙәтелгән шундай хәл булмаясаҡ: бер төркөм бала – бер төрлө меню буйынса туҡланһа, икенселәре - икенсе төрлө, ә ярлыраҡтар... Был күрһәтмәне яңы уҡыу йылынан башлаясаҡбыҙ.
Мөрәжәғәтнамәлә бик тә мөрхәмәтле тәҡдимдәр, күрһәтмәләр яңғыраны. Унда шулай уҡ сәйәси яҡтан да бик мөһим күрһәтмәләр булды. Ә иң мөһиме – Президент илдең бөйөклөгө: граждандарҙың абруйлылығында һәм уларҙың юғары кимәлдә йәшәйешендә икәнлеген асыҡ билдәләне. Беҙ ошо маҡсатҡа таянып эшләребеҙгә ышанам.