Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ғинуар 2020, 16:55

Документ юллау ябайлаша

Йорт төҙөүселәр иғтибарына. Түбәндәге файҙалы кәңәш һеҙҙең өсөн.

Йорт төҙөү өсөн рөхсәт ҡағыҙын бынан ары юлларға кәрәкмәйәсәк. Ни өсөн? Уның процедураһы күпкә ябайлаштырылды. Хәҙер иһә төҙөлөш өсөн был мөһим документты электрон вариантта алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был хаҡта Информацион технологиялар буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында хәбәр ителәр.

Башҡортостан Республикаһының 47 районында төҙөлөш өсөн рөхсәт биреү документы электрон вариантта бирелә башлаған. 2021 йылға тиклем был мөһим документты автоматлаштырыу 70 процентҡа етергә тейеш, тип күҙаллана.

Читайте нас: