Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Декабрь 2019, 10:35

Республика башлығының эш сәфәрҙәре

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров быйыл 96 эш сәфәре менән 43 район һәм ҡалала булған, 403 объектты ҡараған, халыҡ менән 141 осрашыу уҙғарған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров быйыл 96 эш сәфәре менән 43 район һәм ҡалала булған, 403 объектты ҡараған, халыҡ менән 141 осрашыу уҙғарған.

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. Башҡортостан юлдаш каналында «Республика LIVE #дома» тапшырыуының 103 сығарылышы эфирҙа күрһәтелгән. Ҡатмарлы урындарҙа, атап әйткәндә, Сибайҙа- 6, Өфөлә - 29, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта икешәр тапҡыр булған.

Радий Хәбиров шулай уҡ әлегә барып өлгөрмәгән төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән ғәфү лә үтенгән. “Эш сәфәрҙәренә исем өсөн түгел, ә проблемаларҙы хәл итергә йөрөйөм. Яңы йыл байрамдарында бер-ике көн ял иткәндән һуң тағы ла алға, райондарға", - тип яҙған Башҡортостан Башлығы.



Читайте нас: