Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Декабрь 2019, 10:10

2020 йылда Башҡортостан Республикаһы халҡы 121 көн ял итәсәк

2020 йылда Башҡортостан Республикаһы халҡы121 көн ял итәсәк. Иң оҙайлы ялдар яңы йыл каникулы һәм байрамдарына тура килә. 4 һәм 5 ғинуар ялдары 4 һәм 5 майға күсерелә. Рәсәй кимәлендәге байрамдарҙан тыш, Башҡортостан халҡын 11 октябрь – Республика көнө, 24 майҙа – Ураҙа һәм 31 июлдә Ҡорбан ғәйете уңайынан ял иғлан ителгән. Ял һәм байрам көндәрен һаулыҡ һәм ғаилә өсөн файҙалы үткәреү өсөн республикала ғына түгел, районда ла бик күп саралар уҙасаҡ. Уларҙа спорт байрамдары айырым урын биләй. Асыҡ һауала ғына түгел, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында ла бик күп ярыштар уҙасаҡ.

Читайте нас: